Шаляпин исемендәге концерт залында Ильдар Абдразаков оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарҙы

Шаляпин исемендәге концерт залында Ильдар Абдразаков оҫталыҡ дәрестәрен уҙғарҙы

Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара музыка фестивале үтә. Яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов етәкселегендәге сара быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла.

Мәртәбәле сараға донъяның билдәле бас, баритон, сопрано башҡарыусыларының килеүе көтөлә.

Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар опера композицияларының нескәлегенә төшөндө. Итальян телен мәҫәлән, белеү бер булһа, ә дөрөҫ интонация, тын алыш та мөһим булып ҡала. Йәш таланттарҙы баритон, бас, сопрано кеүек опера йүнәлешендә махсуслашҡан төрлө театр солистары тыңланы. Фестиваль быйыл Өфөнән тыш, Мәскәү, Ҡазан, Әлмәт ҡалаларында ла үтәсәк. Былтыр йырсы һәм музыка ҡоралдарында уйнаусыларға өҫтөнлөк бирелһә, быйыл программаға сит ил башҡарыусыларына баҫым яһалды, ти фестивалдең художество етәксеһе Илдар Абдразаҡов. Сараға арналған матбуғат конференцияһы сиктәрендә яҡташыбыҙ "Атилла" операһы премьераһына әҙерлек барышы менән дә уртаҡлашты.

Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Икенсе Халыҡ-ара музыка фестивале үтә. Программа үҙ эсенә донъя сәхнәһен шаулатҡан опера йондоҙҙары сығышы менән үрелеп барасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb