Шаран районында Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтте

Шаран районында Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтте

18 сентябрҙә Шаран районында башҡорт драматургы, яҙыусы, публицист һәм шағир Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтте.

Сараларҙа ҡатнашыу өсөн БР яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле сатирик яҙыусы, публицист, И. Абдуллиндың милли мираҫын өйрәнеүсе комиссия рәйесе, БР дәүләт ултырышы – ҡоролтай депутаты Марсель Сәлимов, Ибраһим Абдуллиндың улы, БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, химия фәндәре докторы, РФ технологик фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Марат Абдуллин, БР яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәлиев килде.

Делегация Шаран ауылында яҙыусы исемен йөрөткән урамда мемориал таҡта асты, Ерекле ауылында И. Абдуллин шишмәһендә “Һаумы, шишмәм!” тамашаһын ҡараны. Артабан яҙыусыға арналған аллеяға беренсе ағас үҫентеләре ултыртыу эшендә ҡатнашты. Шулай уҡ Ерекле ауылында урындағы музейҙа булып, “Йөрәк һүҙе” исемле әҙәби-музыкаль композиция менән танышты.

Байрам саралары Район мәҙәниәт йортонда «Ибраhим Абдуллин йырҙары менән йәмле Ағиҙел буйлап…» кисәһе менән тамамланды, унда БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡатнашты.

Шаран районында Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтте
Шаран районында Ибраһим Абдуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей саралары үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb