«Шаршау» театры яңы ғына барлыҡҡа килһә лә тамашасыларҙы тиҙ арала таң ҡалдырып өлгөрҙө

«Шаршау» театры яңы ғына барлыҡҡа килһә лә тамашасыларҙы тиҙ арала таң ҡалдырып өлгөрҙө

Мәскәү ҡалаһында башҡорт йәштәренең әүҙем рәүештә төрлө мәҙәни саралар үткәргәне, йәмғиәт эштәре алып барғаны бер кемгә лә сер түгел. Йыл һайын ижади ойошмалар арта, бейеү, ҡурай түңәрәктәре актив эшләй. Үткән йыл иһә «Шаршау» башҡорт театр студияһы асылды. Студия үҙенә театр, сәнғәт һөйөүсе йәштәрҙе берләштерҙе. Театр етәксеһе Регина Ишбулатова актерлыҡ һәләттәрен үҙләштерергә генә түгел, үҙеңде сәхнәлә дөрөҫ тоторға, тамашасы алдында ҡурҡып ҡалмаҫҡа өйрәтә, ораторлыҡ һәләттәрен асырға ярҙамлаша, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы тренингтар үткәрә.

Регинаны ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең профессионалы тип әйтеп була. Уны тәжрибә һандығында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрында, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театрында башҡарылған күпләгән ролдәр бар.

«Шаршау» театры яңы ғына барлыҡҡа килһә лә тамашасыларҙы тиҙ арала таң ҡалдырып өлгөрҙө. 3 март В. С. Красногоровтың «Аяуһыҙ дәрес» тип исемләнгән психологик драмаһы сәхнәләштерелде. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡуйылған был спектакль һәр кемдең йөрәгенә үтеп инеп, күңел ҡылдарын тетрәндерҙе. Спектаклдең төп геройҙары - Миләүшә Фазылова һәм Радмир Лоҡманов Серго Орджоникидзе исемендәге РГГРУның беренсе курсында белем алып йөрөйҙәр, Фидан Исхаков иһә Мәскәү ҡалаһында программист булып эшләй, ә Гүзәл Әлибаева күптәргә таныштыр, моғайын. Һылыу ҡыҙ «Йөрәк һүҙе» республика шиғриәт бәйгеһе еңеүсеһе. Төрлөһө төрлө йүнәлештә белем алып йөрөгән йәштәрҙе театр студияһы берләштереп кенә ҡалманы, ә бер татыу ғаиләгә әйләндерҙе. Шуға ла беренсе тапҡыр сәхнәгә сығыусы һәүәҫкәр актерҙар бер ҙә һынатманылар, рольға тулыһынса инеп, профессиональ кимәлдә сығыш яһанылар. Был спектакль Регина Ишбулатованың режиссер булараҡ ҡуйған беренсе эше булыуға ҡарамаҫтан, уның оҫталығы, театр сәнғәтенә бар күңелен һалғаны күренеп тора. Ҙур сәхнәлә уйнауы еңелдәрҙән бирелә торған эш түгел, ә психологик драманы тамашасы күңеленә алып барып еткереүе икеләтә ауыр. «Шаршау» театр студияһы актерҙары ҡуйған маҡсаттарына тулыһынса ирештеләр: тамашасы спектаклдең геройҙары менән бергә иланы, көлдө, ниндәй генә хис-тойғолар кисермәне. Спектакль һуңында йәш артистар менән йылы әңгәмә ойошторолдо, һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе, фекерҙәре менән бүлеште, талантлы йәштәргә изге теләктәр теләне. «Аяуһыҙ дәрес» спектәкленән һуң һәр кем үҙе өсөн ниндәй ҙә булһа фәһем, дәрес алып ҡайтҡандыр...

Режиссерҙың эшенә афарин, спектаклде сәхнәләштереүсе актерҙарға иһә ҙур рәхмәт! Улар “Шаршау” театрының ғына түгел, Башҡортостандың да ғорурығы булып торалар! Ошо беренсе уңышығыҙ һуңғыһы булып ҡалмаһын. Яңынан-яңы тамашалар көтөп ҡалабыҙ.

Ошондай әүҙем йәштәргә ҡарап, башҡорт театры, мәҙәниәте һәм сәнғәте ышаныслы ҡулдарҙа тип әйтеп була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb