Сафуан Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Ул әҙәби эшмәкәрлек менән иртә шөғөлләнә башлай. Балалар өсөн “Сағыу ҡояш — беҙҙең юлдаш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда донъя күрә. Шул осорҙан алып кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәнән ашыу китабы нәшер ителә. 1986 йылда “Өйөрмә” шиғырҙар йыйынтығы өсөн Сафуан Әлибаев Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына, 1996 йылда “Тылсымлы шар” китабы өсөн ЮНЕСКОның Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломына лайыҡ була. Сафуан Әлибев йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Төрлө йылдарҙа республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһы ағзаһы, республика Балалар фонды рәйесе урынбаҫары була.