Шағир Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” исемле шиғри йыйынтығы баҫылды

Шағир Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” исемле шиғри йыйынтығы баҫылды

Зәйнәб Биишева исемендәге  “Китап” нәшриәтендә билдәле шағир Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” исемле шиғри йыйынтығы баҫылды.

Шиғырҙарҙа авторҙың тормош, йәшәү мәғәнәһе тураһындағы уйланыуҙары, халыҡ яҙмышы, уның рухи байлығы хаҡындағы кисерештәре тасуир ителә. Шағир тыуған ерҙең хозурлығына һәм мәңгелек хис – мөхәббәткә дан йырлай. Китапҡа инеш һүҙҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев яҙған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb