Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин 1941 йылдың 12 майында Ишембай районында тыуа. Ул бик иртә хеҙмәт тире тәмен татый. Ун биш йәшендә башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк колхозда төрлө эштәрҙә эшләй, һуңынан малсылыҡ комплексы мөдире, комсомол ойошмаһы етәксесһе иреп үрләтелә. Район, республика гәзиттәре хәбәрсеһе була. Стәрлетамаҡ, ветенария техникумын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1973 йылда РСФСР милли мәктәптәр ғилми тикшеренеү институтының дөйөм педагогия секторына ғилми хеҙмәткәр итеп алына. 1977 йылда "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире итеп күсерелә. Шул уҡ йылда БДПИ-ның өлкән уҡытыусыһы булып эшләй башлай һәм доцент кимәленә тиклем күтәрелә.
Стәрлетамаҡ Яҙыусылар ойошмаһын етәкләгән йылдарында Рауил Хөрмәт улына был ҡалала башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт драма театры, филармонияһын астырыуға күп көс түгергә тура килә.