Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов (Ғ. Сәләм) 1911 йылдың 18 ғинуарында хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы Тәгеш ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. 1921 йылды атаһы үлеп, Сәләм ике туғаны менән әсәһе ҡулында тәрбиәләнә. 1924 йылда беренсе баҫҡыс мәктәпте тамамлай, ошо йылдарҙа комсомол сафына инә. 1924 — 1928 йылдарҙа Арғаяшта икенсе баҫҡыс мәктәптә уҡый. Был мәктәпте тамамлағас, ике йыл уҡытыусы булып эшләй. Был йылдарҙа ул үҙе уҡытҡан Ибраһим һәм Ғәлекәй ауылдарында комсомол ячейкаһы секретары вазифаһын алып бара, колхоздар ойоштороу эшендә яҡындан ҡатнаша, “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәренә хәбәрҙәр яҙа.
Актив селькор Ғ. Сәләм 1930 йылда “Башҡортостан” гәзитенә эшкә саҡырыла. Өфөгә күскәс, уның әҙәби ижад һәм журналистик эшмәкәрлеге активлашып китә. Редакцияла ике йыл әҙәби сотрудник булып эшләгәндән һуң, Ғ. Сәләм Башҡортостан дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1937 йылда ул институтты беренсе дәрәжә диплом менән тамамлай һәм Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына эшкә ҡалдырыла. Ул башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, баҫтырып сығарыу һәм фәнни өйрәнеү эштәре менән шөғөлләнә. 1938 йылдың көҙөндә Ғ. Сәләм СССР Фәндәр академияһының Ленинград ҡалаһындағы филиалына фольклор буйынса аспирантураға уҡырға ебәрелә. Ләкин оҙаҡ уҡый алмай: 1939 йылдың 19 июнендә ҡаты ауырыуҙан һуң үлә һәм Ленинградта ерләнә.
Ғ. Сәләмдең беренсе шиғырҙары республика матбуғатында 1929 йылда күренә башлаған булһа, тәүге китабы — “Тревога” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1932 йылда донъяға сыҡты.
Ғ. Сәләмдең тормош һәм әҙәби ижад ғүмере бик ҡыҫҡа булды. Әммә шул ун йылға тулыр-тулмаҫ ижад дәүерендә ул башҡорт поэзияһына “Шоңҡар”, “Бала”, “Өс йыр” кеүек поэмаларын, гүзәл лирик әҫәрҙәрен биреп ҡалдырҙы һәм әҙәбиәтебеҙ тарихында күренекле урын алып өлгөрҙө.
Ғ. Сәләм башҡорт поэзияһының шиғыр культураһын юғары күтәреште, уны рус һәм совет классикаһының поэтик тәжрибәләре менән байыҡтырҙы, жанр, стиль, форма төрҙәрен ишәйтеште. Ул үҙенсәлекле поэмаларынан ҡала баллада һәм ода жанрҙарын активлаштырып ебәрҙе.
Ғ. Сәләм башҡорт теленә А. Пушкиндың “Сиғандар” поэмаһын, М. Светловтың “Гренада”һын тәржемә итте. Ул художестволы публицистика өлкәһендә лә күҙгә күренерлек мираҫ ҡалдырҙы.
1934 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.