26 февралдә 15.00 сәғәттә шағирә Фирүзә Абдуллина Яҙыусылар берлеге йортонда үтәсәк ижад кисәһенә саҡыра! Уның 2015 йылда сыҡҡан “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!” китабының исем туйын билдәләп, йәшәлгән ғүмеренә күҙаллау яһарға ла иҫәбе бар.
Фирүзә Абдуллина. Күбегеҙгә таныштыр был исем. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә шиғыр һөйөүселәрҙең күңелен халыҡсан, уҡымлы шиғырҙары менән әсир итте ул. Бала сағынан алып яҙған күңел ынйыларын бер кемгә лә күрһәтмәгән. Хәйер, мәктәптә уҡыған йылдарҙа һабаҡташтарына мәғлүм булғандыр ҙа уның был шөғөлө. Йәш сағында, ғаиләле булғас, тормош һикәлтәләре уны йәһәннәмгә сөйгәндә лә шиғырҙарынан айырыла алмай, ләкин уның был һәләтен берәү ҙә белмәй тиерлек.
Ошо көндәрҙә Фирузә Абдуллинаның икенсе китабы донъя күрҙе! “Рәхмәтлемен һиңә, әсәйем!” – тип атала ул. Тиражы артыҡ ҙур түгел. Әйткәндәй, китаптағы һүрәттәр – тормош иптәше Фидаил Абдуллиндыҡы.