Фәүзиә Рәхимғолова – тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бер аҡыл эйәһе, балалар яҙыусыһы булыр өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Балаларға шиғыр, әкиәттәр яҙыу өсөн уларҙың психологияһын, рухи донъяһын, уй кисерештәрен яҡшы белергә кәрәк. Был ғына етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле булыуы шарт. Шунһыҙ бала йөрәгенә ятырҙай, тиҙ отоп алырҙай әҫәрҙәр ижад итеп булмай. Бындай талант һәр бер яҙыусыға бирелмәй.
Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова 1921 йылдың 15 декабрендә Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернаттауҡый, алтынсы кластан һуң Сәтрлетамаҡ ҡалаһындағы пионервожатыйҙар курсына ебәрелә, һуңынан Өфө педагогия рабфағына уҡырға инә. Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә. Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.
Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. 1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге “Яҡын дуҫ” тигән китабы донъя күрә.
Өфөлә байтаҡ йылдар “Пионер” журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара. 1965-1967 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1968-1971 йылдарҙа “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй. Фәүзиә Рәхимғолова 26 китаптың авторы.
Бала сағында күп ауырлыҡтар күреп, етем ҡалып, шуға күрә ошо ҡабатланмаҫ ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белгәнгә, балалар өсөн шундай матур әҫәрҙәр ижад иткәндер Фәүзиә Рәхимғолова. Бының тағы ла бер сере уның өс бала әсәһе булыуындалыр.
Ф. Рәхимғолованың төрлө йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында баланың ата-әсәгә мөхәббәте, кесе туғандарына ихтирамлы мөнәсәбәте күрһәтелә.
Балаларҙың хеҙмәткә тартылыуын, тырышып уҡыуын ыңғай баһалаған, уңышлы аҙымдарын хуплаған шиғырҙар менән бер рәттән, ялҡаулыҡты, төрлө тиҫкәре ҡылыҡтарҙы көлкө аҫтына алған юмористик шиғырҙары ла байтаҡ. Уның “Дүрт туфли”, “Ҡуңыҙ”, “Йәшел һабын”, “Ҡыҙыҡ һорау”, “Уйлап ҡара” кеүек шиғыпҙары иһә баланың зирәклеген һынау, фекерләү һәләтен үҫтереүгә арналған.
Ф. Рәхимғолова проза өлкәһендә лә ярайһы уҡ уңышлы эшләгән. Уның “Ҡыҙыл яулыҡ”, “Илгиҙәр”, “Серле орлоҡтар” тигән китаптарына ингән хикәйә, повестарының да геройҙары – балалар. Ә бына “Тыуған ер”, “Уйҙарымды бүлә күрмәгеҙ”, “Бишек янында”, “Һайрағыҙ,ҡоштар” тигән шиғри йыйынтыҡтары, “Юлдаштар” исемле проза китабы өлкәндәр өсөн яҙылған.
Уның һәр әҫәре тормош материалы менән һуғарылған. Әҫәрҙең сюжет-композицияһы төҙөк, ҡайһы бер деталь, хәл-ваҡиғалар уйлап та сығарылыуы ихтимал, ә әҫәрҙең төп материалын уйлап сығарып булмай. Ф. Рәхимғолова ижады ана шул реаль, тормошсан булыуы менән көслө.
Яҙыусының ололар өсөн яҙылған әҫәрҙәренең дә төп сифаты – эскерһеҙлек. Уның бар әҫәрҙәрендә иң әүәл шул сифат ярылып ята. Фәүзиә Рәхимғолова ижадында әле бер генә быуын тәрбиәләнмәҫ. Уның эскерһеҙ ижады күптәрҙең күңел түрен яулар, рухи ныҡлыҡ бирер. Фәүзиә Рәхимғолова ижады менән танышҡас, уның ижадына битараф ҡалып булмай. Шиғри хис-тойғолар менән беҙҙең уй-тойғоларыбыҙ бергә ҡушыла, бишектәге һымаҡ талғын тирбәлеү барлыҡҡа килә.
Автор: Гүзәл Багаева