Щепкинсыларҙың Өфөләге гастролдәре аҙағына яҡынлаша

Щепкинсыларҙың Өфөләге гастролдәре аҙағына яҡынлаша

18 һәм 19 майҙа М.С. Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының башҡорт студияһын тамамлаусылар Өфө халҡына Л. Гершаның "Ирекле күбәләктәр" лирик комедияһын тәҡдим итте. Спектаклдең режиссеры - доцент Дмитрий Зеничев.

Бер аҙ моңһоу һәм көлкө пьесаның ике төп герой бар. ИР КЕШЕ - танылған музыкант булырға хыялланған йырҙар ижад итеүсе һәм ҠАТЫН-ҠЫҘ - күбәләк кеүек ирекле һәм еңел генә йәш актриса. Уларҙың осраҡлы танышыуы ваҡиғалар теҙмәһенә килтерә, сөнки улар бер-береһен яратып, юғалтырға өлгөрә. Үҙ-үҙҙәрен табыр өсөн...

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә щепкинсыларҙың диплом эштәре күрһәтелә башланы. Гастролдәр 21 майға тиклем дауам итә. Михаил Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһының 15 һәләтле студенты дүрт йомғаҡлау спектаклен күрһәтте. Бер нисә йыл элек улар Башҡортостандан Мәскәүгә уҡыу өсөн һайлап алынғайны. Художество етәкселәре – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, профессор Дмитрий Кознов.

Мәскәү студенттары Өфөләге гастролдәрен 20 майҙа (19.00) һәм 21 майҙа (19.00) уҙасаҡ "Ҡоштар осорам... " концерты менән тамамлаясаҡ. Йәш артистар йыр, бейеү башҡарасаҡ, бейеү-фехтоваль шоу, халыҡ уйындарынан өҙөктәр күрһәтәсәк, Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡыясаҡ. Концерттың режиссёрҙары – Дмитрий Кознов һәм Борис Домнин.

Щепкинсыларҙың Өфөләге гастролдәре аҙағына яҡынлаша

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb