Шишмә районында "Башҡорт яҙы" патриотик концерты үтте

Шишмә районында "Башҡорт яҙы" патриотик концерты үтте

Шишмә районы мәҙәниәт һарайында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй хәрбиҙәренә теләктәшлек күрһәтеү маҡсатында «Башҡорт яҙы» патриотик концерты үтте. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре лә саҡырылғайны.

Тамашасыларҙы Шишмә районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Эрнес Кәримов, Башҡортостан Республикаһы Десант ғәскәрҙәре һәм спецназ ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Виталий Смирнов сәләмләне.

Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Азат Ҡарасурин яҡташтарына рухи һәм матди ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ Шишмә районы балаларына күңелдәрҙе йылытырҙай йылы хаттары өсөн рәхмәт әйтте. Хәрби хеҙмәткәр Рәсәй халҡының еңеүенә ныҡлы ышаныс белдерә.

Концертта республиканың сәнғәт оҫталары – Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Тимеров һәм Римма Амангилдина ҡатнашты. Район мәҙәниәт һарайы коллективы "Онотолмас Шишмә батырлары" театрлаштырылған музыкаль композицияһын тәҡдим итте.

Тамашасылар билдәләүенсә, бөгөн беҙгә берҙәмлегебеҙҙе күрһәтергә кәрәк. Тыуған илгә булған һөйөүебеҙ – ул барыбыҙҙы ла берләштергән тойғо. Беҙ барыбыҙ ҙа яҡты киләсәккә һәм яугирҙарыбыҙға ышанабыҙ, уларҙың батырлығы һәм сыҙамлығы менән ғорурланабыҙ.

Шишмә районында "Башҡорт яҙы" патриотик концерты үтте
Шишмә районында "Башҡорт яҙы" патриотик концерты үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb