Шишмә районында Фәриҙә Кудашева иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Шишмә районында Фәриҙә Кудашева иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

Келәш ауылының яңы быуын китапханаһында башҡорт һәм татар эстрада йырсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, Татар АССР-ының халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәриҙә Кудашеваның тормошона һәм ижадына арналған экспозицияны асыу тантанаһы үтте.

Экспозиция үҙәгендә бөйөк йырсы тураһында китаптар, уның башҡарыуындағы йырҙар яҙылған дискылар, шулай уҡ Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙының шәхси әйберҙәре: сәхнә кейемдәре, нәзәкәтле биҙәүестәре һәм артист тураһында иҫтәлекте һаҡлаусы башҡа  ҡомартҡылар урын алған. Шәхси архивынан күп кенә фотолар уның ижад юлының сағыу мәлдәрен сағылдыра.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Башҡортостандың халыҡ артистары Зөлфиә Кудашева, Рөстәм Аҙашев, Роберт Тимербаев, Дамира Сәйетова, Өфө “Нур” татар дәүләт театры директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фирҙәт Ғәбиҙуллин ҡатнашты.

Шишмә районында Фәриҙә Кудашева иҫтәлегенә күргәҙмә асылды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb