Шишмә районының үҙәк китапханаһында Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күркәм сара үтте

Шишмә районының үҙәк китапханаһында Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күркәм сара үтте

Шишмә районының үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күркәм сара үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзының рәйесе Зәки Әлибаев , уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, танылған шағирә, Р. Ғарипов,  Б. Бикбай исемендәге премиялар лауреаты Тамара Ғәниева ҡатнашты.

Әҙиптәр менән осрашыуға китапхананың даими уҡыусылары, мәктәп уҡытыусылары һәм башҡа әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылғайны. Зәки Арыҫлан улы үҙ сығышында Назар Нәжми ижадына байҡау яһаны, әҙәбиәттең көсө тураһында һүҙ йөрөттө. Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы халыҡ шағиры тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Уның сығышын көслө алҡыштарға күмеүҙәренә ҡарағанда – шишмәләр Тамара Ғәниева шиғриәтенә һыуһап өлгөргән булған. “Һеҙҙе мин бигерәк тә яҡын күрәм – шуға ла был осрашыуға ашҡынып килдем”, – тине күренекле шағирә. Ә шишмәләр Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы менән йышыраҡ осрашыу теләген еткерҙе. Рәшит Зәйнуллин Рәсәй президенты грантына башҡарылған Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе проекты тураһында һөйләне, йәштәрҙә унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Назар Нәжмиҙең бер туған ағаһының ҡыҙы –Лена Карам ҡыҙы Зәйҙуллина үҙ сығышында халыҡ шағирының шәхси сифаттарын һүрәтләне. Шулай уҡ сарала Шишмә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рим Нәбиуллин, Шишмә районының мәҙәниәт һарайы директоры урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Байғужина ла сығыш яһаны. Был күркәм саранан бөтәһе лә китапхана директоры Илүзә Ғибәҙуллинаға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, рух юғарылығы, күтәренке кәйеф, яҡты йөҙ менән таралышты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb