"Шиғри яр буйы" шағирҙар менән осрашыуға саҡыра

"Шиғри яр буйы" шағирҙар менән осрашыуға саҡыра

12 июндә "Шиғри яр буйы" шиғриәт һөйөүселәрҙе йәнә Ағиҙел буйын әҙәби кисәгә саҡыра.

Кисәлә Өфөнөң һәм республиканың танылған шағирҙары Айҙар Хөсәйенов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Айбулат Сәсәнбаев, Миләүшә Ҡаһарманова, Рәшиҙә Мансурова, Зилә Ғәлләмова һәм башҡалар ҡатнаша.

Үҙ шиғырҙарын республикабыҙҙың йәш шағирҙары - "Тархун" (Иҙел Ғүмәров һәм башҡалар) йәштәр төркөмө, шулай уҡ "КоРифейҙар" халыҡ-ара йәштәр әҙәбиәт фестивале еңеүселәре (Артур Чагин, Диана Дәүләтбирҙина һәм башҡалар) уҡый.

Сара "Минең Рәсәй" республика фестивале барышында ойошторола һәм Рәсәй көнөн байрам итеүгә арнала. Ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡатншлығында республиканың Яҙыусылар союзы менән берлектә БР-ҙың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.

"Асыҡ микрофон" киске сәғәт  6-нан 8-гә тиклем барасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb