ШИҒРИӘТКӘ БАЙ САРА

ШИҒРИӘТКӘ БАЙ САРА
Күптән түгел Көйөргәҙе районында фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Ул Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән яҡташ шағирәбеҙ, тәржемәсе, драматург, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниеваның 65 йәшлек юбилейына арналды.

Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, төп ҡунаҡ — Тамара апай үҙе лә ҡайтып төштө тыуған яҡтарына. Әҙәби сараның тәүге өлөшө Павловка ауылы мәктәбендә ойошторолдо. Бында районыбыҙ мәктәптәре уҡыусылары өс төркөмгә бүленеп, шиғри бәйгелә көс һынашты: үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары менән балҡыны, Тамара апайҙарының башҡорт, рус, инглиз телендәге ижади емештәрен тасуири һөйләне.

Керәүле-Илюшкин ауылы мәҙәниәт йортонда дауам иткән икенсе өлөштә тәүге һүҙҙе алған район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов: «Районыбыҙҙа тыуып-үҫкән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһында шундай талант эйәһе булыуы менән ғорурланам», - тине һәм шағирәне юбилейы менән тәбрикләп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының борондан яратып таҡҡан биҙәүестәрен — алҡа менән беләҙек бүләк итте. Район мәғариф бүлеге начальнигы Лира Тереғолова изге теләктәренә ҡушып, уҡыусылар ижад иткән картина тапшырҙы. Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов, Эльза Васильева, Павловка мәктәбе директоры Софья Степановалар ҙа бер-бер артлы юбилярҙы ҡотларға ашыҡты. Күмертау ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Кинйәғәли Абдуллин: «Һин бәхетле, һиңә Хоҙай оло талант биргән. Әгәр шундай һәләт бирелеп тә, уҡыусыларың һинең ижадыңды уҡымаһа, бәхетһеҙ булыр инең. Беҙ һине лә, ижадыңды ла яратабыҙ», - тип, тиҙҙән уҙасаҡ ойошманың юбилейына саҡырыу ҡағыҙы бирҙе. Азат хәҙрәт Хәлилов бүләккә Ҡөрьән китабы тотоп килгән. Тамара апай бүләкте ихлас ҡабул итеп: «Элек Ҡөрьәнде атҡа алыштырғандар, тип һөйләй торғайны апайым. Был изге бүләк минең өсөн аттан да ҡәҙерлерәк», - тине.

Байрам Павловка, Керәүле, Кинйәбай мәктәбе уҡыусыларының башҡорт, рус, сыуаш телдәрендәге концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Кисә һуңында Т. Ғәниева һүҙ алып, барыһына ла оло рәхмәттәрен яуҙырҙы һәм: «Бында буласаҡ Тамара Ғәниевалар, Әхәт Ҡотлоәхмәтовтар, Рөстәм Хәмитовтар ултыра. Шиғриәт яратҡан, әҙәбиәт менән дуҫ булған кешеләр араһында бер ҡасан да енәйәтсе булмай», - тигән һүҙҙәрен дә еткерҙе. Шулай итеп, шиғри бәйгелә еңеүселәр билдәләнеп, гөрләп-шаулап үтеп китте шиғриәткә бай сара.

Сығанаҡ: “Юшатыр” гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb