11 апрель көнө Мостай Кәрим исемендәге Республика Милли йәштәр театрында “Шоңҡар” журналының “25 йыл бергә!” тип аталған юбилей-концерты үтә.
Был кистә журнал уҡыусылары өсөн сағыуҙарҙан-сағыу йондоҙҙарыбыҙ, “Шоңҡар”ҙың тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күренекле шәхестәр менән осрашыу ойошторроласаҡ. Шулай уҡ сара сиктәрендә иҫ киткес күргәҙмәләр, яратҡан журналығыҙҙан ҡиммәтле лә, иҫтәлекле лә бүләктәр, уйындар көтә һеҙҙе! Кисә барышында журналға яҙылыу квитанциялары буйынса сәхнәнән лототрон уйнатыласаҡ.
Шоңҡар — Башҡортостан йәштәренен ижтимағи-сәйәси журналы. 1990 йылдарға тиклем башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. «Ленинсы» нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы Йәшлек гәзите барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта йәштәр журналы асыу мәсьәләһе тыуа.
Бөгөнгө көндә редакция заманса техник ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Был тәңгәлдә редакция коллективы Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡҡа рәхмәт белдерә.
2007 йылдан «Шоңҡар»ҙың тышлығы сифатлы ҡағыҙҙа баҫыла башланы һәм был фоторәсемдәр һәм һүрәттәрҙең сифатында ҙур сағылыш тапты. Был иһә биҙәлеш тәңгәлендә баҫманың үҙ йөҙөн булдырыуҙа редакцияның ижади коллективына киң мөмкинлектәр асты. Сығымдар тулыһынса республика бюджетынан ҡаплана.
Редакцияла тиҫтерҙәренең тормошон яҡшы аңлаған бары тик йәштәр эшләй.
«Шоңҡар» башҡорт йәштәре журналының рәсми сайты бар. Йөкмәткеһенең байлығы, Башҡортостан, Рәсәй һәм донъя яңылыҡтарынан артта ҡалмауы йәһәтенән саф башҡортса «һөйләшеүсе» сайттар араһында алдынғылар сафында.
Сайтта күренекле журналистарҙың, мәғариф өлкәһендә эшләүсе, студенттарҙың блогтары булдырылған. «Мәғлүмәтле, тимәк, ҡораллы» тигән ҡараштан сығып эш итә, сайтты төҙөүселәр. Даирәһе лә киң: мәҙәниәт, сәйәсәт, хоҡуҡ, йәштәр сәйәсәте, спорт яңылыҡтары һәм башҡалар.