Шоферға ла шиғыр кәрәк

Шоферға ла шиғыр кәрәк

Яңыраҡ билдәле шағир, күренекле журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, «Ағиҙел» журналының яуаплы секретары, төрлө жанрҙағы бер нисә китап авторы Дамир Шәрәфетдинов менән Өфө автотранспорт колледжында бик фәһемле, йөкмәткеле осрашыу булды.

Уның менән ике сәғәттән ашыу барған аралашыуҙа студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған байтаҡ һорауҙы бирҙе. Дамир Мөлҡаман улы ихлас күңелдән үҙенең уҡыу йылдары, үҫмер сағы тураһында мәрәкәләп тә, етди ҙә итеп һөйләне, шиғыр яҙыу нескәлектәре менән таныштырҙы. Матур әңгәмәнән һуң автографтар таратылды, буклеттар өләшелде. Киләсәктә һөнәрҙәрен техника менән бәйләйәсәк студент­тарҙа әҙәби әҫәрҙәр, журналистика хаҡында һөйләшеү йылы тәьҫо­раттар ҡалдырҙы.


Тулыраҡ...

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb