Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостандың тарихы, этнологияһы, археологияһы һәм мәҙәниәте темаһына ғилми-ғәмәли конференция үтә. Унда Рәсәй юғары уҡыу йорттарынан тыш, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан тарихсылары ҡатнаша. Сара билдәле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы Марат Ҡолшәриповтың 75 йәшлек юбилейына арнала. Конференция һуңында махсус резолюция ҡабул ителәсәк. Документта Өфөлә ШОС илдәре тарихсылары форумын уҙғарыу, тарих фәне буйынса төбәк компонентын һаҡлап ҡалыу, профессор Марат Ҡолшәриповтың хеҙмәттәрен айырым йыйынтыҡ итеп сығарыу кеүек мәсьәләләр күтәрелә.