Данлыҡлы Шүлгән-Таш мәмерйәһендәге һүрәттәр 36 мең йыл элек төшөрөлгән. Австрияла Инсбрук университеты ғалимдары тәүтормош кешеләре һүрәттәрен уран-торий алымы буйынса анализлаған. Уға ярашлы, иң боронғо һүрәттәргә 36 мең 400 йыл, араларында шулай уҡ 14 мең ярым йыл элек төшөрөлгәндәре бар. Быға тиклем мәмерйәлә радиоуглерод анализы үткәрелде. Уның буйынса һүрәттәр 16-19 мең йыл элек төшөрөлгән тигән һығымта яһалды. Палеолит дәүерендәге яҙмалар һәм һүрәттәр йәшен билдәләү өсөн Шүлгән-Таш мәмерйәһендә бер нисә йыл дауамында тикшеренеүҙәр алып барылды. Ә былтыр Андораннан танылған реставратор Эдуаль Гийаме башланғысы менән боронғо һүрәттәр хәҙерге яҙыуҙарҙан таҙартылды.