«Шүлгәнташ» музей комплексында «Мәжитов: беренсе булыу ауыр» күсмә күргәҙмәһе эшләй. Археолог, академик, уҡытыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ул. Музейҙың конференциялар залында ҡуйылған презентация планшеттарында шәхестең Башҡортостан тарихында ғалимдың баһалап бөткөһөҙ роле күрһәтелгән.
Күргәҙмәне Өфө-II ҡаласығы археологик ҡаҙыу эштәре барышында алынған археологик артефакттар тулыландыра, уны өйрәнеүгә Нияз Абдулхаҡ улы үҙ ғүмеренең бер өлөшөн арнаны һәм ошоноң арҡаһында археологик мираҫтың уникаль объектын әлеге ваҡытҡа тиклем һаҡлап ҡалып булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Милли музейының матбуғат хеҙмәте.
«Шүлгәнташ» комплексында күргәҙмә 1 авгусҡа тиклем эшләй.