Шүлгәнташ мәмерйәһенә илткән юлға асфальт түшәлә

Шүлгәнташ мәмерйәһенә илткән юлға асфальт түшәлә

Иҫке Собханғол – Мораҡ арауығындағы 5 километр юл төҙөкләндерелә. Бының өсөн бюджеттан 55 миллион һум бүленә. Юлға асфальт һаласаҡ ойошма августа, аукцион һөҙөмтәләре буйынса, һайлап алына. Мәмерйәгә килгән туристар араһында ла юл сифаты беренсе урында тора.

“Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индереү өсөн юлдар һәм тирә-яҡ тәртиптә булырға тейеш”, - ти Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса үҙәк етәксеһе Данир Ғәйнуллин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb