Ошо көндәрҙә Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде. Быйыл конкурсҡа 13 эш тәҡдим ителгәйне, баһалау комиссияһы тарафынан өс еңеүсе һайлап алынды.
Юғары награда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Азат Вәлитовҡа, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Айбулат Баһауетдиновҡа һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы Александр Хватковҡа тапшырылды.
Абруйлы награда 1995 йылдан алып тапшырыла. Быйылғы лауреаттарға 150-әр мең һумлыҡ премия ҡаралған.