Башҡортостанда 2021-2022 йылдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде.
Бына улар:
Кристина Андрианова — «Триста сарматов», «Пятьдесят пять историй одного толмача» шиғри йыйынтыҡтары һәм нәфис тәржемәне үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн;
Лиана Мкртчян, Резеда Таһирова — һынлы сәнғәт өлкәһендәге «Минең Ватаным — минең ерем» ижади проекты өсөн;
Илнур Хәйруллин — башҡорт музыка сәнғәтен пропагандалағаны һәм милли уйын ҡоралы ҡурайҙы популярлаштырғаны өсөн.