Фажиғәле һәм батыр яҙмышлы шағирҙарҙың береһе - Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған «Бабич» фильмы рус телендә яңғырай. Фильмдың режиссеры Булат Йосопов әйтеүенсә, кинотаҫманың әлеге варианты башҡортса аңламағандар өсөн бик уңайлы буласаҡ.
«Фильмдың сценарийы бер юлы ике телдә яҙылды, Шәйехзада Бабичтың Ғәзим Шафиҡов тәржемә иткән шиғырҙары файҙаланылды. Ролдәрҙе Башҡорт драма театрынан — Фирғәт Ғарипов, Йәштәр театрынан — Рушана Бабич һәм «Нур» татар театрынан Азат Вәлиуллин уҡыны», — ти режиссер.
Фильм 21, 25, 27, 29 декабрь көндәрендә Өфө, Октябрь революцияһы урамы, 10, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың икенсе корпусында күрһәтеү ҡаралған.
"Бабич"-башҡорт кинематографияһы тарихында донъя күргән тәүге художество тарихи фильм. Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған яңы кинотаҫма тамашасы алдына үткән быуаттың 1916-1919 йылдарын күҙ алдына баҫтыра.
Фильмдағы бар эпизодтар ҙа тарихи дәлилдәргә, документтарға таянып ижад ителгән. Картина яңы йөҙҙәр, яңы артистар асыуы менән үҙенсәлекле. Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров- Шәйехзада Бабич ролен башҡара.