26 ноябрҙә Өфөлә "Башҡорт шәле" тигән фестиваль конкурс уҙғарыла. Программала йәрминкә-күргәҙмәнән тыш, оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади конкурстар ҡаралған.
Башҡортостанда шәл бәйләү оҫталары конкурсы 20 йыл дауамында Күмертау ҡалаһы, Стәрлебаш һәм Ейәнсура райондарында үткәрелеп килде. 2008 йылдан даими рәүештә Өфөлә уҙғарыла.
Башҡорт дебет шәле — биҙәү-ғәмәли сәнғәтенең бер тармағы. Был кәсеп бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының көньяҡ-көнсығыш яғында (Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ейәнсура,Күгәрсен, Хәйбулла райондары), Ырымбур өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ һәм Һаҡмар райондарында киң таралған. Был райондарҙың тәбиғи шарттары йоҡа (нескә, нәҙек) һәм шул уҡ ваҡытта ныҡ, иләү өсөн юғары сифатлы, һығылмалы сүсле дебет кәзәһе тоҡомо үрсеүгә булышлыҡ иткәндер. Элек-электән башҡорттар күпләп мал тотҡан. Кәзә-һарыҡты һөт йәки ит өсөн генә түгел, ә йөнөнән, тиреһенән өҫкө кейем тегеү өсөн дә аҫрағандар. Шул ваҡыттан алып шәл бәйләү кәсебе лә барлыҡҡа килгән.
Республикала халыҡ-ара һәм төбәк шәл бәйләү оҫталары конкурстары, күргәҙмәләре үткәрелә. Беренсе күргәҙмә Өфөлә 1992 йылда үтә. Был күргәҙмәлә 100- ашыу дебет шәле, селтәрле шәл һәм палантиндар күрһәтелә. Иң оҫта бәйләүсе тип Ейәнсуранан Хәтифә Исмағилова таныла. Икенсе конкурс Күмертау ҡалаһында 1996 йылда үткәрелә. Төбәк-ара халыҡ ижады фестивале 1998 йылда Ҡурған ҡалаһында үтә һәм унда ла беҙҙең оҫтабикәләр уңышлы ҡатнаша.
Ейәнсура районында «Шәл байрамы» тип ойошторолған сара махсуслаштырылған « Ейәнсура шәле» конкурс-күргәҙмәһенә әүерелеп, хәҙер өр-яңы статуста — «Башҡорт шәле» республика фестивале тип атала. 2015 йылда Гран-прины Иҫәнғол ауылынан Зөлфиә Бикбулатова яулаған. Был конкурсты Республика Халыҡ ижады үҙәге ойоштора. Ярыш ҡалын шәл, йоҡа шәл һәм селтәр шәл; яҫы һәм оҙонса палантиндар; ҡара һәм аҡ шәл; төҫлө палантиндар номинациялары буйынса үтә.
Йылдан-йыл конкурста ҡатнашыусылар һәм райондарҙың һаны арта бара.