М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры хәбәр итеүенсә, 10 март Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәҙуллинаның юбилей бенефисы үтәсәк.
Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанында уҡ, уларҙың курсы өсөн уҡытыусылары, танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән диплом спектаклендә “Апалы-һеңлеле өсәү” (А.Чехов) драмаһындағы Ирина роле – Шәүрә Ишмулла ҡыҙының театр сәхнәһендәге тәүге аҙымы.
Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә эш башлаған йәш актриса Әлфинур (“Хушығыҙ, хыялдарым!”, Ә.Атнабаев), Ләлә (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи), Зөбәржәт (“Ай тотолған төндә”, М.Кәрим) кеүек героиняларҙы башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай, театр сәнғәте күгендә үҙ йондоҙон ҡабыҙа.
Һуңынан актрисаның ижад биографияһы Стәрлетамаҡта дауам итә - ундағы башҡорт дәүләт драма театрында эшләгән ваҡытында тыуҙырған Анна (“Ричард III”, У.Шекспир), Жаклин (“Ирекһеҙҙән табип”, Ж.Б.Мольер), Сафия (“Ҡаһым түрә”, И.һәм А.Дилмөхәмәтовтар) кеүек ролдәре менән театр һөйөүселәрҙең йөрәгенә үтеп инә.
Кино сәнғәтендә лә үҙен һынап ҡарай – актриса “Кинйә” (Ғ.Ибраһимов), “Һарығолаҡ” (Р.Өмөтбаев) телефильмдарында уйнай.
Тыуып үҫкән мөхит Өфө ҡыҙын йәнә үҙенә тартып ала – 2002 йылда Шәүрә йәнә баш ҡалаға әйләнеп ҡайта һәм үҙе эш башлаған Башҡорт академия драма театрында ижад юлын дауам итә. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, сағыу ролдәр сығара. Уның Кәфиә (“Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, М.Кәрим), Хәҙисә (“Юлдарым –һағышлы моңдарым”, С.Айытматов), Шифабикә (“Тиле йәшлек”, И.Абдуллин) кеүек ролдәре тыуа театр сәхнәһендә. Актрисаның илле йәшлек юбилейы айҡанлы Т.Москвина буйынса театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә ҡуйылған “Әллә ҡатын, әллә ен?” спектакле үҙ ваҡытында театр репертуарында бер күренеш була.
Театрҙа бөгөнгө көндә барған спектаклдәрҙә актриса ихлас уйнай: “Әбейүшкә@тущка.ru” (Р.Кинйәбаев) комедияһында - Фәниә, “Хыялый” (С.Әбүзәр) лирик комедияһында - Шәрифә инәй, А.Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” драмаһында - Ефросинья Потаповна, “Йософ һәм Зөләйха” ла (Ҡол Ғәли, Ю.Сафиуллин) - мысыр ҡатыны, “Ике төш” драмаһында (М.Багаев) Миңзифа ролдәрен башҡара, бөтә күңелен биреп эшләгән образдарын тамашасылар ҙа яратып ҡарай.
Актрисаның матур ғүмер байрамына арналған кисә – тамашасыларҙың күңел байрамына әйләнәсәк. Тамашала - спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр-моң, юмор, ҡотлауҙар.