Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында билдәле шағирә, композитор Зөһрә Фәйзуллина менән ижади-музыкаль кисә үтте

Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында билдәле шағирә, композитор Зөһрә Фәйзуллина менән ижади-музыкаль кисә үтте

Күптән түгел Өфө ҡалаһында урынлашҡан Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында уҡытыусы, шағирә, драматург, композитор Зөһрә Фәйзуллина менән ижади-музыкаль кисә үтте.

Сарала  Фатима Мостафина исемндәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының  уҡыусылары бик теләп ҡатнашты. Шағирәнең  бала сағы, бала саҡ хыялдары, тәүге ижад емештәре тураһында көтөлмәгән һорауҙар биреп, уның менән бергә шатлыҡлы мәлдәргә ҡайтҡандай булды уҡыусылар.

Үткән йылда донъя күргән "Үҫеп етербеҙ әле" китабын шағирә ҡунаҡтарға бүләк итеп тапшырҙы. Класташтары, "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр теле һәм радио тапшырыуҙар студияһы тәрбиәләнеүсеһе, Никитин Рафаэль Зөһрә Фәйзуллина йырҙарын ихлас йырлап ишеттерһә, уның ҡустыһы Данил тасуири итеп шиғыр һөйләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb