Шәһит Хоҙайбирҙин йорт музейында күргәҙмә асылды

Шәһит Хоҙайбирҙин йорт музейында күргәҙмә асылды

Башҡортостан Республикаһы Милли музейы филиалы - Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыу көнө һәм Ватанды һаҡлаусылар байрамына арналған күргәҙмә асылды.

Сараға Өфө кооператив техникумы студенттары һәм уҡытыусылары, ветерандарҙың Бөтә Рәсәй «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов, ошо ойошма ағзаһы Хайрат Таҡтаев ҡатнашты.

Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында 2004 йылдан алып яугир-интернационалистарға арналған экспонаттар йыйыла. Айырым зал улар өсөн бүленгән. Асылған күргәҙмәгә яугир-интернационастарҙың туғандарына, һөйгәндәренә яҙған хаттары, шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәре ҡуйылды. Бынан тыш, хәрби техника макеттары, әрме кәрәк-яраҡтары, күп төрлө хәрби кейемдәр ҙә бар.

Күргәҙмә 27 февралгә тиклем эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb