Сибайҙа "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы

Сибайҙа "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы

Сибай ҡалаһында башҡорт бейеүен башҡарыусы 3-15 йәшлек балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсының гала-концерты уҙҙы. Конкурстың һайлап алыу турҙары онлайн форматта ойошторолдо, һәр ваҡыттағы кеүек, быйыл да "Байыҡ" сәхнәһендә үҙ көстәрен һынарға теләүселәр һаны бик күп булды.

Проектта ҡатнашҡан һәр бер бейеүсе ҙур баһаға лайыҡ. Шулай ҙа жюри иң көслө ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Быйыл "Байыҡ" республика балалар телевизион конкурсында яңғыҙ башҡарыусылар араһында Әмир Солтанов (Баймаҡ районы), Самира Нуғайғолова (Ғафури районы) еңеүсе булды.

Иң яҡшы ансамблдәр араһынан Гран-приға Өфө ҡалаһынан "Байрам" һәм Ишембайҙан "Алтынай" коллективтары лайыҡ булды.

Һәр ҡатнашыусыға ҡиммәтле приздар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Байрам концерты килгән һәр бер ҡунаҡтың күңеленә хуш килде.

Сибайҙа "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы
Сибайҙа "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы
Сибайҙа "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы
Сибайҙа "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы
Сибайҙа "Байыҡ" балалар конкурсының финалы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb