Сибай ҡалаһының 65 йыллыҡ юбилейына бағышлап ҡалаға нигеҙ һалыусыларға һәйкәл асыласаҡ. Бронзанан эшләнгән композиция 2.3-2.5 м бейеклегендәге төҙөүсө ҡатын-ҡыҙ һәм ташсы ир фигураларынан тора. Улар 5.5-6 метр бейеклегендәге шахта күтәргесе формаһында стелала баҫып тора. Постамент йөҙлөгө һоро һәм алһыу төҫтәге урындағы граниттан эшләнәсәк. Һәйкәл ҡаланың үҙәк урамы – Ташсылар проспектында урын аласаҡ.
Яңы һәйкәлде Мәскәү скульпторы Вадим Кириллов башҡара. Ул Сибай халҡына 1812 йылғы Ватан һуғышы ҡатнашыусы башҡорт полктарына бағышланған монумент авторы булараҡ билдәле.