Бөгөн “Сулпан” балалар театры ижади миҙгелен йомғаҡланы. Сибай концерт-театр берекмәһенең матбуған хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Ерән бесәй балаһы” спектаклен кескәй тамашасылар йылы ҡабул иткән.
Тамаша аҙағында театр артистары Илнур Сәфәров, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәмил Мәхийәнов, Гүзәл Фролова, Урал Атанбаев, Гөлкәй Хәсәнова һәм Юлиә Иҫәндәүләтовалар тырыш хеҙмәттәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. - Быйылғы ижади миҙгелде ябыуыбыҙҙың төп үҙенсәлеге, әлбиттә, был тамашаның яңы бинала, яңы сәхнәлә үтеүе. Яңы яңы инде, әммә, иләнмәгән-һуғылмаған, тигәндәй, элекке биналағы йылылыҡ етешмәй, бында тын алыш икенсе төрлө, шуға яңы урында артистарға уйнауы ауырыраҡ, “Сулпан” театрының сәхнәһенә ныҡ өйрәнгәнбеҙ. Унда бит сәхнә менән зал араһы яҡын ине, актерҙар менән тамашасылар бер бөтөндө тәшкил иткәндәй тойола торғайны. Быйылғы ижади миҙгелде “Ерән бесәй балаһы” спектакле менән ябабыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был Яңы йыл байрамына әҙерләнгән тамаша. Баштан уҡ пьесаның авторы Р. Ғәйнуллин менән килештек: спектаклде яңы йыл байрамында уйнағандан һуң кәштәгә һалып ҡуймаҫҡа, сөнки аҡса түгеп, махсус яңы йылда ҡуйылған әҫәрҙәр онотола. Артабан йәйге лагерҙарға алып йөрөрбөҙ, тип уйланылған был эш. Балалар бик ихлас ҡарай, сөнки спектакль йәнһүрәт һымаҡ ҡабул ителә, өлкәндәргә лә ҡыҙыҡ, күп балалар ата-әсәләре, уҡытыусылары менән килгән. Өлкәндәр ҙә, балалар һымаҡ, ихлас, донъяларын онотоп ҡарай. Эргә-тирәләге райондарҙа тамашасылар саҡыра, көтә. Сезонды япҡандан һуң да эш дауам итә, - тине театрҙың художество етәксеһе Денис Нурғәлин.