12 октябрҙә Сибай ҡалаһының тарихты һәм туған яҡты өйрәнҽү музҽйы әҙерләп сығарған "Сибайҙы буя" ("Раскрась Сибай") китабының исҽм туйы үтте. Китапта балаларға мауыҡтырғыс һүрәттәр, ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары, ребустар, файҙалы мәғлүмәттәр тупланған.
Музей проектының бағыусыһы - социаль проекттарҙы яҡлау буйынса "Алға, Сибай" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаров.
Китап кесе йәштәге балаларҙың сәнғәткә, ижадҡа ынтылышын үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән һәм оҙаҡламай һатыуҙа буласаҡ.