Сибай артистары ветеранға концерт бүләк итте

Сибай артистары ветеранға концерт бүләк итте

24 июндә Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы Сибай ҡалаһының Зәки Вәлиди урамындағы 57-се йорт алдында ветеран Ҡарабаев Сәғит Ғәйзулла улын ҡотланы. 

Ветераныбыҙ йәмле Бөрйән районының Кейекбай ауылында донъяға килгән. Һуғыш башланғанда ул мәктәпте лә тамамламаған 
була әле. 1944 йылда армияға саҡыртылып, Калининград ҡалаһында әсирлеккә төшкән немец, япон һалдаттарын һаҡлай. Ошо хеҙмәтен 1947 йылға тиклем намыҫ менән үтәп ҡайта. Унан ғаиләһе менән Йылайыр районының Шанск ауылына күсеп, ғүмерен леспромхозда эшләп тыуған илгә хеҙмәт итә.

Сибай концерт-театр берекмәһе бүләк иткән байрам концертын Сәғит Ғәйзулла улы ихлас күңел менән ҡабул итеп алды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb