Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Кино йылы сиктәрендә театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов ҡалала шәп тамаша ойошторҙо. Үҙенсәлекле итеп әҙерләнгән кисәлә актерҙар кино сәнғәтендә үҙҙәрен яңыса асып балҡытты. Сәхнә түренә эленгән экранда төрлө кинофильмдарҙан Сибай артистары уйнаған өҙөктәр күрһәтелде, спектаклдәрҙән күренештәр тәҡдим ителде.
Степан Злобин әҫәре буйынса Яков Протазановтың “Салауат Юлаев” кинофильмында төп ролде башҡарған СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков – Сибай театрына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Быйыл абруйлы мәҙәни усаҡ 85 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай.
Театрҙың художество етәксеһе Дамир Ғәлимов белдереүенсә, Кино йылын Сибай театры үҙҙәренең ижади эштәре, башҡорт кино сәнғәтендә ниндәйҙер кимәлдә үҙ эҙен ҡалдырған матур ролдәре менән ҡаршылай. Киләсәктә улар төрлө спектаклдәрҙә бихисап образ тыуҙырыр, әммә кино сәнғәтен дә ситләп үтмәҫ, сөнки Сибай артистарының тәжрибәһе лә, ижади ҡомары ла етерлек.