Сибай башҡорт драма театры Баймаҡ тамашасыларын «Тере тупраҡ» спектакленә саҡыра

Сибай башҡорт драма театры Баймаҡ тамашасыларын «Тере тупраҡ» спектакленә саҡыра

3 декабрь А.Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры Баймаҡ тамашасыларын «Тере тупраҡ» спектакленә саҡыра. Актер, ҡурайсы, йырсы, драматург, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев һәм F.Сәләм премиялары лауреаты И.И.Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса әҙерләнгән тамаша барыһына ла оҡшар тип ышанабыҙ.
Театрҙың художество етәксеһе Дамир Мәзит улы Fәлимов әйтеүенсә, спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә сәхнәгә сығарыла, Башҡортостан Республикаһы булдырылыуға 100 йыл, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.
Проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә ситтән саҡырылған ижади төркөм эшләне. Уны Башҡортостандың халыҡ артисы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһы профессоры, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың яҡташы, режиссер Азат Нәҙерғолов етәкләй. “Тере тупраҡ” - Азат Әхмәҙулла улының Сибай артистары менән дүртенсе ҡуйынлаған постановкаһы, улар барыһы ла зал тултырып тамашасылар йыйып, ҙур уңыштарға өлгәшә.
Премьераны сәхнәгә сығарыу өсөн Өфөнән рәссам Әлиә Байрамғолова, рәссам-сценограф Рөстәм Баймөхәмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Яхин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе Сулпан Асҡарова, Мәскәү ҡалаһынан актер, Рәсәй каскадерҙар Ассоцияцияһы ағзаһы Роберт Йылҡыбаев килделәр.
Әҫәр нигеҙендә башҡорт республикаһының тарихы ята. Тирә-яҡтан килгән баҫҡынсылар башҡорт ҡәбиләләренә берләшергә ирек бирмәй. Шул саҡ улар көслө ышыҡ эҙләй. Был мәлдә милләттәштәребеҙҙе Рәсәй батшаһының мөрәжәғәте, хәүефһеҙлек һәм тыныслыҡ вәғәҙәләүе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Драмала Аҡсәсән, Юлтый батыр Рәсәйгә ҡушылырға өндәһә, Ҡаһирбей яҡлылар берләшеүгә ҡаршы була. Аҡсәсәндә халыҡ аҡылы, тыуған ер яҙмышы өсөн борсолоу сағылһа, әҫәрҙең төп сюжеты булып йәштәрҙең—Юлтый менән Һарлайсәстең мөхәббәте, халыҡ араһындағы конфликт тора.
Спектаклдә бөтә ижади труппа, йәғни 30-ҙан ашыу кеше ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb