Сибай башҡорт драма театры Башҡортостандың халыҡ артисы Әсҡәт Йәнбәковтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһен уҙғара

Сибай башҡорт драма театры Башҡортостандың халыҡ артисы Әсҡәт Йәнбәковтың хәтер һәм ҡәҙер кисәһен уҙғара

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры, 25 апрелдә Башҡортостандың халыҡ артисы Әсҡәт Йәнбәков, уның һөйөклө ҡатыны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева, уларҙың яратҡан улы талантлы актер, йырсы, режиссер Арыҫлан Йәнбәковҡа бағышланған хәтер һәм ҡәҙер кисәһен уҙғара.

Бар ғүмерҙәрен театр сәнғәтенә бәйләп, ижад менән янып йәшәгән, халыҡ һөйөүен яулаған талантлы артистар ғәиләһенә ҡапыл аңғармаҫтан бәхетһеҙлек килеп, Әсҡәттең һөйөклө ҡатыны Рәмзиәне, күп тә тормай, уларҙың ижад юлын  дауам итергә тейешле талантлы улы Арыҫланды теге донъяға алып китә. Иң яҡын кешеләрен юғалтыу ҡайғыһы тиҙ арала Әсҡәтте лә аяҡтан йыға. Ләкин тамашасы күңелендә матур, йылы хәтирәләр булып, улар тыуҙырған образдар, башҡарған ролдәр йәшәй, Әсҡәт менән Арыҫландың моңло йырҙары яңғырай.

Талантлы Йәнбәковтар ғәиләһенә бағышланған хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә рәхим итегеҙ.
Башлана 19.00 сәғәттә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb