27 март халыҡ-ара театр көнөндә, Сибай башҡорт дәүләт драма театрында «Халыҡсан һәм легендар» тип аталған интернет-күргәҙмәһе асылды. Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары өсөн был көн икеләтә ҡыуаныслы - Арсен Шәйхисламов менән Зәйнуллин ошо көндәрҙә "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Экспозицияла булған документтарҙа Сибай театрының ҡыҙыҡлы тарихы, һәләтле хеҙмәткәрҙәрҙең ижады менән танышырға була. Театрҙа 1930 йылдан һаҡланған фотоһүрәттәрҙе, афиша-буклеттарҙы социаль селтәрҙәр аша ла ҡарарға мөмкин.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры — Башҡортостанда икенсе башҡорт профессиональ театры. 1931 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында педагог-режиссёр Мәкәрим Мәһәҙиев тәрбиәләнеүселәре А. Мөбәрәков, С. Йәнбухтина, С. Бәкиев, М. Ишкәбулов, С. Сәйетов, Г. Абыҙгилдина тарафынан нигеҙләнә. Театр ойошторолоу тураһында Башҡортостан хөкүмәте ҡарары сыға. Театрҙың беренсе режиссеры һәм художество етәксеһе итеп Арыҫлан Мөбәрәков тәғәйенләнә.