Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” спектакле ҙур аншлаг менән үтте

Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” спектакле ҙур аншлаг менән үтте

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Ишмулла Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса ҡуйылған “Тере тупраҡ” спектакленең премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Тамашаның ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, рәссам-биҙәүсеһе – Рөстәм Баймөхәмәтов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова һәм хәрби алыш, һуғыш сәхнәләрен ҡуйыусы – Рәсәй Каскадерҙар ассоциацияһы ағзаһы Роберт Йылҡыбаев.  Сибай театрының художество етәксеһе Дамир Ғәлимов әйте­үенсә, спектакль Баш­ҡортос­тан­дың 100 йыллығына һәм “Бер­ҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү” проекты ниге­ҙендә сәхнәгә сыға­рыла. Әйткәндәй, былтыр ошо проектҡа ярашлы һәм Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмә­тенә “Ҡыҙ урлау” әҫәре сәхнәләштерелде. 
Сибай тамашасыһы яңы спектаклде ҡыуанып ҡаршы алды, ниһайәт, тарихи темаға ҙур әҫәрҙең сәхнәгә сығыуына шаһит булды. Спектаклдә тотош ижади труппа, йәғни 30-ҙан ашыу артист ҡатнаша. Әлеге ваҡытта Урал аръяғы райондарындағы мәҙәниәт усаҡ­тарына гастролгә сыҡҡан театр артистары. Халыҡсан театрҙың халыҡ ара­һында булыуына йәнә бер асыҡ миҫал был. Сәхнәләрҙе тултырыр, тамашасы­ларҙы уйландырыр һәм һиҫкәндерер, үткән та­рихыбыҙға бер аҙға булһа ла ҡайтанан әйләнеп ҡайтырға мәж­бүр итер “Тере тупраҡ” күптәрҙең күңелендә тере ҡуҙ булып балҡыясағында һис тә шик юҡ. Тыуған ерҙең тере тупрағы һәр беребеҙҙең күңелендә булһын.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb