Сибай башҡорт дәүләт драма театрында “Тере тупраҡ” спектакленең премьераһы

Сибай башҡорт дәүләт драма театрында “Тере тупраҡ” спектакленең премьераһы

Бөгөн, 20 ноябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында премьера.  Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә Ишмулла Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” әҫәрен сәхнәгә сыға. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһы ярҙамы менән яңы ҡоролмалар, декорациялар һәм костюмдар алынған. Спектаклдең режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ишмулла Дилмөхәмәтовтың яҡташы Азат Нәҙерғолов. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: әҫәрҙе сәхнәләштереүҙә театрҙың тулы составы ҡатнаша һәм Мәскәүҙән актер һәм каскадер Роберт Йылҡыбаев саҡырылған. Яңы һулышта, яңы алымдар менән сәхнәләштерелгән тарихи спектакль үҙ тамашасыларын көтөп ҡала.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb