А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Б.Ҡаһарманованың "Шахтер" спектакле менән Баймаҡ районы буйлап сәфәргә сыға.
29 июнь – 1-се Этҡол, 30 июнь – Ишмөхәмәт ауыл мәҙәниәт йорттарында үтәсәк тамашаларға билеттарҙы Пушкин картаһы менән һатып алырға мөмкин.
Уйламай әйтелгән һүҙҙәр һәм ғәмәлдәр бөтә донъяны емереп, бәхетте юҡҡа сығара. Бәхет өсөн күпме кәрәк икән ул? - был һорауға спектаклде ҡарағас, яуап табырға мөмкин.