Сибай драма театры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған премьера әҙерләне

Сибай драма театры Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған премьера әҙерләне

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ябыҡ форматта Ф.Бүләковтың «Шайморатов генерал» драмаһы ( Г.Ғәлиева тәржемәһе) күрһәтелде. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театры» проекты сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған сәхнә әҫәре 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арналды.

- Башҡорт халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә герой булған Шайморатов-генералдың биографияһын спектаклде сәхнәгә сығарыр алдынан ныҡлап өйрәндек. Генералдың яҙмышы шул тиклем аяныслы, айырыуса һуғыш йылдарында ҡатмарлы. А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Ф.Бүләковтың әлеге пьесаһын һайлағанда шикләнмәне һәм яңылышманы. Герой хаҡында хәтер шулай мәңгеләштерелергә тейеш ине. «Берҙәм Рәсәй» партияһына, Башҡортостандың Мәҙәниәт минситрлығына рәхмәтлебеҙ. Уларҙың ярҙамы менән матди-техник базабыҙ яңыра. «Бәләкәй ҡалалар театры» проекты сиктәрендә бишенсе спектаклебеҙҙе халыҡ хөкөмөнә сығарҙыҡ. Алдағылары уңыш яулап, театр репертуарында лайыҡлы урын алды. Проект ярҙамы менән беҙ көслө, талантлы ижади төркөмдө үҙебеҙгә саҡыра алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле спектаклде ябыҡ форматта күрһәтергә мәжбүрбеҙ. Яңы ижад миҙгелен асыуға уны барса тамашасы ҡарай алыр тип өмөтләнәбеҙ,—ти театр директоры вазифаһын башҡарыусы И.Р.Әбдрәшитов.

Проекты тормошҡа ашырыу өсөн Туймазы дәүләт татар драма театрынан режиссер-ҡуйыусы И.Б.Муллабаев саҡырылды. Спектаклдең рәссамы ла ситтән килде. Ул - билдәле рәссам, Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың «Тантана» дәүләт премияһы лауреаты В.Б.Яшкулов. Рәсәйҙең бик күп театрҙарында эшләгән, әлеге көндә Миңзәлә татар дәүләт драма театрында баш рәссам вазифаһын башҡара. Ярослав Францевҡа, спектакль балетмейстеры булараҡ, Сибай театры премьераһына үҙ өлөшөн индерергә насип булды. Ә музыкаль яҡтан биҙәүсе композитор Илсаф Вәдүтов Өфө ҡалаһынан саҡырылған ине.

Спектаклдә төп ролде актер, режиссер Вадим Ғилманов башҡарҙы. Шулай уҡ премьерала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Айгөл Хәкимова, Марс Итбаев, Венер Сөнәғәтов, Арсен Шәйхисламов, Урал Зәйнуллин, театр артистары Морат Амантаев, Юнир Мансуров, Салауат Вәлиев, Нәфисә Мәзитова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Рима Ғәйнуллина, Зәлиә Хафизова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Айбулат Ғүмәров, Нәфис Сәйетов ҡатнашты.

Спектакль бик уңышлы килеп сыҡты. Музыка, актерҙар, декорация, костюм, хәрәкәт, текст, хатта залдағы һәм сәхнәләге ут яҡтылығы бер-береһен тулыландырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb