Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 20 - 21 октябрь “Фронтовичка” драмаһы премьераһына (Анна Батурина, реж. Илсур Ҡаҙаҡбаев) саҡыра.
“Фронтовичка” пьесаһының төп геройы - Мария Небылица. 24 йәшлек ҡыҙ һуғыштан һуң хәрби госпиталдән тура Уралға юллана, сөнки бында уның һөйгәне Матвей Кравчуктың әсәһе йәшәй. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡа уның барыр урыны ла юҡ. Тыныс тормошта ҡыҙ нисек йәшәр, ни менән шөғөлләнер, бәлки, командиры кәңәш иткән заводҡа эшкә барыр?
Әлегә ул киләсәк тормошоноң яҡты буласағына ышана, өмөт итә, сөнки иң ауыры артта ҡалды. Уны нисек ҡаршы алырҙар, яңы ерҙә үҙенә урын табырмы ул? Баҡтиһәң, тыныс тормошта ла көрәшергә, иң тәүҙә үҙ-үҙеңде еңергә кәрәк икән дә баһа...