Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Аҡ ҡалфаҡ" спектакленең премьераhы үтте

Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Аҡ ҡалфаҡ" спектакленең премьераhы үтте

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Аҡ ҡалфаҡ" спектакленең премьераhы булды. Ул драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды.

Спектакль өҫтөндә эшләнеләр: ҡуйыусы режиссер – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов; композитор – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Ш.Бабич ис. йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Юлай Үҙәнбаев; рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов; балетмейстер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин. 

Ролдәрҙе башҡарҙылар: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Альберт Салауатов һәм Айгөл Хәкимова, Гөлфиә Мәҡсүтова, Нәфис Сәйетов, Морат Амантаев, Зәлиә Хафизова, Юлиә Мөхәмәтйәнова, Залина Усманова.

Премьера менән 90-сы театр миҙгеле тамамланды. Хәҙер коллективтың йәйге гастролдәр башлана.

Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Аҡ ҡалфаҡ" спектакленең премьераhы үтте
Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Аҡ ҡалфаҡ" спектакленең премьераhы үтте
Сибай дәүләт башҡорт драма театрында "Аҡ ҡалфаҡ" спектакленең премьераhы үтте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb