Сибай филармонияһы 24-се ижад миҙгелен аса

Сибай филармонияһы 24-се ижад миҙгелен аса

Тиҙҙән 17 октябрь көнө, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт театры бинаһында Сибай филармонияһы 24-се ижад миҙгелен асасаҡ.

Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Ҡурай-гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уларҙы ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба.

 Сибай филармонияһы коллективы 24-се ижад миҙгелен нәҡ ошо уйын ҡоралдарына мәҙхиә менән асмаҡсы. Тамашасыларыбыҙҙы илаһи ҡурай моңо менән бер ҡатарҙан дәртле гармун сыңы милли көйҙәр менән сорнаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb