Сибай филармонияһы “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!” исемле тамаша тәҡдим итә

Сибай филармонияһы “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!” исемле тамаша тәҡдим итә

8 декабрь көнө Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Сибай филармонияһы “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!” исемле концерт менән сығыш яһаясаҡ.

Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Ҡурай-гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уларҙы ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба. 

Сибай филармонияһы коллективы нәҡ ошо уйын ҡоралдарына мәҙхиә менән үҙенең концертын Өфө тамашасыларына еткерә.

Башлана 19.00 сәғәттә, хаҡы – 200-350 һум.

Тел.: 8-937-314-67-68, 8-927-239-91-31

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb