Сибайҙа "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә яңыртылған филармония үҙ ишектәрен асты. 9 октябрҙә уның сәхнәһендә Республика көнөнә һәм филармонияның яңы бинаһын асыуға арналған "Урал аръяғында тыуғандар" исемле тантаналы концерт үтте.
Яңыртылған учреждение ҡаланың иҫтәлекле урыны буласаҡ һәм юғары кимәлдәге саралар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
"Сибай Урал аръяғының мәҙәни үҙәге булып тора. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: филармонияның яңыртылған бинаһын асыу Республика көнө алдынан үткәрелде. Был тәүҙә ҡатмарлы объект ине. Заманса зал киңәйтеүҙе талап итте, шуға күрә тағы ла бер корпус төҙөлөп бөттө. Бер үк ваҡытта балалар ҙа сәхнә эштәрен үткәрә алһын өсөн тағы бер зал өҫтәлде", - тине Премьер-министр асыу тантанаһында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибай филармонияһы бинаһы 2015 йылдың сентябрендә янғын ваҡытында етди зыян күрҙе. Ут икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙы һәм төп өлөшөн юҡ итте.
Тергеҙеү эштәре 2019 йылдың февралендә башланды. Алдан филармонияның майҙаны 2,5 мең квадрат метр тәшкил иткәйне, ә бөгөн - 6,5 мең самаһы квадрат метр. тәшкил итә. Филармонияның һыйҙырышлылығы - 500 урын.
Яңыртылған бинаны асыу хөрмәтенә филармонияға "Steinway & Sons" концерт рояле һатып алынған.