Сибай концерт-театр берекмәһенең 30-сы ижад миҙгеле алдынан Сибай халыҡ бейеүҙәре ансамбле шөғөлләнгән репитиция залына талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллиндың исеме бирелде, тип хәбәр итә «Сибай» филармонияһының матбуғат хеҙмәте. Хәҙер залға инеүселәрҙе батыр егеттең портреты ҡаршылай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 йәшлек Илнарҙың махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. Өлөшләтә мобилизацияға тиклем бейеү ансамбленең солисы булған, шулай уҡ репетитор вазифаһын башҡарған. Репетиция залын асыуҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев, Илнарҙың әсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лариса Хәтмуллина, һөйөклө кәләше Фидәлиә Хәтмуллина һәм батырҙың кескәй улы ҡатнашты.
Залда «Сибай» халыҡ ансамбле ир-егеттәренең Ғәҙелша шарлауығында башҡарған бейеү клибы ҡуйылды, солист - Илнар. Клипты дәррәү алҡыштар менән ҡабул иттеләр.