Сибай концерт-театр берекмәһе "Йондоҙҙар атылғанда" тип аталған өр-яңы тамаша менән Өфө ҡалаһында сығыш яһаясаҡ. Йыһан һәм йондоҙҙар донъяһы борон-борондан барса халыҡтарҙы ҡыҙыҡһындырған. Мәшһүр “Урал батыр” эпосы ла Ҡояш юлы буйлап йондоҙҙарға сәйәхәт ул. Башҡорт халҡында төнгө күктәге есемдәрҙе аңлау Ерҙең картаһын белеүгә тиңләнгән. Бына ошо хаҡта һөйләй ҙә инде “Йондоҙҙар атылғанда” концерт-программаһының беренсе бүлеге.
Икенсе бүлектә халыҡ һәм эстрада йырҙары, бейеүҙәр һәм нәфис һүҙ йыһан киңлегендәге күк есемдәре серҙәренә төшөндөрә. Ерҙәге бөтөн мөғжизәләр йондоҙҙар атылғанда бара!
Тамашаға билетты концерт залы кассаһыда, шулай уҡ берекмә сайтында онлайн алыу мөмкинлеге бар. Һылтанма буйынса "Пушкин" картаһы йәки банк картаһы менән түләргә була.
Инеү өсөн вакцинация үтеүҙе раҫлаған сертификат, QR-код йәки һуңғы алты айҙа сирләү тураһында белешмә (ҡағыҙҙа/электрон формала) кәрәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-156-00-26
Сценарий авторы - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Миләүшә Ҡаһарманова, режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина, композиторы, музыкаль етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин.
Концерт 19 октябрҙә “Башҡортостан” концерт залында үтәсәк.
Башлана киске сәғәт 7-лә.
Билет хаҡы 200-300 һум.