Сибай концерт-театр берекмәһе 23-сө ижад миҙгеленә үҙенсәлекле йомғаҡ яһаны

Сибай концерт-театр берекмәһе 23-сө ижад миҙгеленә үҙенсәлекле йомғаҡ яһаны

«Йәшәү һуты биргән Ер генәм!» тип исемләнгән, тыуған ергә, тотош ғәләмгә һәм кешелеккә тәрән һөйөү тойғолары менән һуғарылған бай йөкмәткеле концерт программаһы Сибай концерт-театр берекмәһенең 23-сө ижад миҙгеленә үҙенсәлекле йомғаҡ яһаны. Милли мәҙәниәткә иғтибары, башҡорт халҡының сағыу фольклор өлгөләрен түкмәй-сәсмәй генә тамашасыларға илтеүе, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү эшенә тос өлөш индереүе менән Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, унан ситтә лә ябай кешеләрҙең сикһеҙ һөйөүен һәм ихтирамын ҡаҙанған ижади коллектив үҙенең уҙған осорҙағы эш һөҙөмтәләрен тулыһынса асып бирә алды.
Миҙгелде ябыу концерты—ул тотош йыл дауамында эшләнгән эштәргә байҡау яһау, был процестағы ыңғай һәм кире мәлдәрҙе анализлау, шуларҙан сығып, киләсәккә яңы маҡсаттар билдәләү тигән һүҙ. Дөйөм алғанда, Сибай концерт-театр берекмәһенең уңыштары ла, эшләп еткерәһе, ғәмәлгә ашыраһы мәсьәләләре лә байтаҡ ҡына.
Һүҙҙе, ғәҙәттә, ыңғай, күңелде күтәрер, ҡанат ҡуйыр, дәрт өҫтәр уңыштарҙан башлау хәйерлерәктер. Һуңғы йылдарҙа берекмәлә күҙгә эленер, телгә алыныр алға китештәргә иғтибар итмәү, уларҙы күрмәй ҡалыу мөмкин түгел. Беренсе сиратта, артистарыбыҙҙың эшмәкәрлек даирәһе артыуын, йәғни сығыштар географияһы киңәйеүен билдәләп үтергә кәрәктер. Һуңғы бер-ике йылда ғына, мәҫәлән, беҙҙең сәхнә оҫталарына республикабыҙҙың төнъяҡ һәм төнъяҡ-көнсығыш райондары тамашасылары ла ихлас ҡул сапты. Концерттарҙан һуң, берекмәнең электрон сайтына килгән смс-хәбәрҙәр, ябай хаттар йырсыларыбыҙҙың, «Сибай» ансамбле бейеүселәренең уңышы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсинә ханым Бикмәтова, ҡала мәҙәниәт йортонда беҙҙекеләрҙең сығыштарын ҡарап, шундай һүҙҙәр яҙып ебәргән: «Йәшлегемә ҡайтып килгән кеүек булдым... Йырсыларығыҙҙың моңонда тирбәлеп, ҡушылып йырлап ултырҙыҡ... Ә бейеүселәрегеҙҙең ихлас сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Өйгә ҡайтышлай әхирәттәрем менән тик Сибай артистары хаҡында ғына фекер алыштыҡ... Йышыраҡ килеп тороғоҙ беҙгә—шундай рухлы, эстәлекле концерттар һәр кем өсөн үҙе бер байрам!». «Рәхмәт һеҙгә! Беҙгә килеп, шундай дәртле һәм рухлы сығыш яһанығыҙ... Уңыштар һеҙгә!»,—тип уға ҡушыла Адик Шәймәрҙанов...
Ысынлап та, «Йырҙарымда—ерем һулышы», «Йәшәү һуты биргән Ер генәм!», «Исемеңдә һинең яҙмышың...», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» һәм башҡа программалар тамашасыларыбыҙ күңеленә үтеп инде, уларҙың иң-иң нескә тойғоларын ҡуҙғатты. Беҙҙекеләрҙе хәҙер Миәкә, Саҡмағош, Бәләбәй, Ҡыйғы, Борай һ.б. яҡтарҙа ла көтөп алалар, дәррәү алҡыштар менән оҙатып ҡалалар.
Филармония артистары менән бер ҡатарҙан халыҡҡа, айырыуса кескәй тамашасыларыбыҙға сағыу сәнғәт өлгөләре бүләк итеүсе «Сулпан» балалар театры актерҙары ла һынатмай. Уҙған ижад миҙгелендә улар йәш тамашасылар хөкөмөнә күренекле драматург Туфан Миңнуллиндың «Шүрәле—йән киҫәгем!», Николай Чапайкиндың «Уңмаған көн», Сергей Ильницкийҙың «Ваҡиға урынынан репортаж» пьесаларын сәхнәләштереп сығарҙы һәм уңышлы ғына сығыш яһаны. Әйткәндәй, «Сулпан»дар быйыл бай тормош һәм эшмәкәрлек тәжрибәһе үткән олпат театрҙар менән бер рәттән тәүге тапҡыр «Театр яҙы» фестивалендә ҡатнашты һәм ыңғай баһалар алды, өлкән коллегаларынан фәһемле фекерҙәр ишетте, ҡыҫҡаһы, был улар өсөн үҙенә күрә бер һабаҡ булды. 
Миҙгелде ябыу концертына килеүселәр иғтибар иткәндер моғайын: филармония коллективында тәжрибәле артистарыбыҙ менән бер ҡатарҙан байтаҡ йәштәрҙе лә күрергә мөмкин. Иң ҡыуандырғаны—йәштәр профессиональ сәхнәгә ҡыйыу аяҡ баҫа һәм ҡабатланмаҫ һәләттәре менән балҡый! Әлбиттә, былар барыһы ла тәү сиратта ҙур һәм татыу коллективтың «капитаны»—берекмә директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Минеғәле улы Ҡотошовтоң идара итеү оҫталығына, ижади эшмәкәрлеккә дөрөҫ йүнәлеш бирә белеүенә бәйләнгән һәм бөтә коллектив уға тик ышаныс менән ҡарай һәм яңы идеялар, башланғыстар көтә.
—Киләсәктә лә милли рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға, сәнғәтебеҙҙе артабан үҫтереү эшенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, ҡыйыу аҙымдар менән алға атларға тырышасаҡбыҙ,—ти ул.—Әлбиттә, әлеге иҡтисади көрсөк осоронда бер нәмә лә еңел бирелмәй. Шуға ла мин ошондай мәлдә лә үҙҙәре һайлаған һөнәргә тоғролоҡ һаҡлап, эштә фиҙакәрлек күрһәткән, яҡшыға өмөт итеп йәшәгән артистарыбыҙға ҙур рәхмәтлемен!
Йолаға ярашлы, миҙгелде ябыу концертында бер төркөм сәхнә оҫталарына Мәҙәниәт министрлығының, Сибай ҡала округы ҡала хакимиәтенең, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетының, берекмә етәкселегенең Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Гүзәл Әсәҙуллина, Ләйсән Таштимерова, Илдар Хәтмуллин, «Сулпан» театры актеры Фәһим Сөнәғәтуллин, йырсылар Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Fаяз Fәйетбаев, Фаил Йортбәков, баянсы Дим Шәрәфиев, вокаль ансамбль етәксеһе Рәмил Туйсин, режиссерҙар Миңзилә Ҡотошова һәм Борис Мәхмүтовтар лайыҡ булды бындай ололауға. Шулай уҡ концерт-тамашаларҙы ойоштороу эшенә тос өлөш индергән ярҙамсыларыбыҙ—«Газпром»дың Сибай филиалынан Иршат Яйыҡбаев, Сибай гимназия-интернаты тәрбиәсеһе Рәүилә Кәримова, Сибай политехник колледжы уҡытыусыһы Даниса Солтановалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ә даими тамашасыларыбыҙ Фәриҙә Байрамғолова менән Сәрүәр Әминева айырым билдәләп үтелде...
Шулай итеп, Сибай концерт-театр берекмәһе 23-сө ижад миҙгелен япты... Ә алда—ауыл-ҡалалар буйлап йәйге гастролдәр мәле! Тимәк, һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, беҙҙең артистар менән яңы осрашыуҙар, йырлы-моңло кисәләр көтә!

Сығанаҡ: http://rbsmi.ru/ataysal/articles/m-ni-t/milli-rukhyby-y-a-lap/

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb