Сибай концерт-театр берекмәһе 24-се миҙгеленә йомғаҡ яһаны

Сибай концерт-театр берекмәһе 24-се миҙгеленә йомғаҡ яһаны

“Атлы халыҡ – затлы халыҡ” һәм “Бейеүҙәрҙә – күңел ҡанаты!” тип исемләнгән бай йөкмәткеле, сағыу концерт программалары менән Сибай филармонияһы үҙенең сираттағы ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны.

Программаларҙың сценарий авторы – РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Мотал Рәмов, сәхнәгә ҡуйыусы режисерҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәсимә Ғиззәтуллина, Минзилә Ҡотошова һәм Фәнил Әсәҙуллин.

Ике көн дауамында тамашасылар башҡорт халҡының айырылмаҫ юлдашы һәм моңдашы, төп терәге булған башҡорт атына дан йырлаған рухлы йырҙар тыңлап, дәртле һәм милли колоритлы бейеүҙәр ҡарап кинәнде. Бөтә ижади состав ҡатнашҡан концерттар һәр кемдең йөрәк түренә үтеп инде һәм күңелдәрҙә ғорурлыҡ тойғолары уятты. Сибай концерт-театр бекрекмәһе директоры Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов, уҙған миҙгелгә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, бер төркөм артистарға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Шулай итеп, концерт-театр берекмәһе коллективы иҫтәлекле сығыштарға бай булған 24-се ижад миҙгеле менән хушлашты. Алда – 25-се юбилей миҙгеле көтә! Ул тағы ла сағыуыраҡ һәм ылыҡтырғыс программаларға бай булмаҡсы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb